Меню Рубрики

Орфограмма 2 класс башкирский язык

Программа по башкирскому языку для 2 класса
рабочая программа (2 класс)

Программа по башкирскому языку для 2 класса

Скачать:

Вложение Размер
2_klass.docx 30.29 КБ

Предварительный просмотр:

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-се класы өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы.

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008.

Эш прогаммаһы 34 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 1 сәғәт).

Төҙөүсе: Сухова Ирина Фәнүр ҡыҙы

Уҡыу ҡулланмаһы: Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө : Китап, 2017.

Программа кимәле: базис.

Уҡытыусының тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты :

Ғәбитова З.М, Толомбаев Х.А Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр; Өфө: Башҡортостан.

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты

Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө: Китап, 2017.

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008.

Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Урғалы ауылының муниципаль бюджет урта дөйөм белем биреү мәктәбенең «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештә төҙөлгән.

  • Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү мөһим бурыс.
  • Тел менән әҙәби материал бергә ҡушып өйрәнелә( интеграция).
  • Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә( коммуникатив йүнәлеш).

Маҡсаттар һәм бурыстар.

Башҡорт теленә өйрәтеү буйынса 2-се класс уҡыусылары алдында түбәндәге бурыстар ҡуйыла:

* Тәҡдим ителгән темалар буйынса балаларҙың һүҙлек составын арттырыу, телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу.

* Балаларҙың оптималь уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.

* Ситуациялар, темалар буйынса һорауҙар биреү, шул һорауҙарға һүрәт, картина, текст нигеҙендә ижади яуап бирә белеү.

* Темаға тап килгән шиғырҙар ятлау, йырҙар өйрәнеү һәм башҡарыу, экскурсияларҙа, уйындарҙа ҡатнашыу, концерттар әҙерләү һәм сығыш яһау. Һәр осраҡта ла телмәр төҙөү иғтибарға алына.

* Әйтелеше ҡатмарлы булмаған һүҙҙәрҙе, ябай һөйләмдәрҙе тәүҙә күсереп, шунан яттан яҙыу.

* Һәр тема буйынса эш барышында тыуған Республика менән танышыуҙы дауам итеү.

* Башҡорт халҡына, тарихына, Башҡортостан тәбиғәтенә, сәнғәтенә, әҙәбиәтенә ихтирам тәрбиәләү.

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе:

Уҡыусы үҙе менән таныштыра, иптәштәре менән таныштырыу. Һин кем? Был нимә? Һинең исемең кем? Һин ҡайҙа йәшәйһең? Һиңә нисә йәш? кеүек һорауҙарға яуап биреү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен ҡабатлау, темаға ҡараған башҡорт һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеү күнекмәләрен камиллаштырыу.

Был мин – 2 сәғәт. Кешенең организмы, тән өлөштәре атамаларын үҙләштереү, тәнде таҙа тотоу, һаулыҡты һаҡлау. Эйәлек алмаштарын һәм ялғауҙарын практик ҡулланыу. Шәхси гигиена, таҙалыҡты һаҡлау тураһында мәғлүмәт. Уҡыусының көн тәртибе, бөхтәлек, йыйнаҡлыҡ сифаттары тәрбиәләү. Башҡорт телендә юҡлыҡ ялғауҙары. Һүҙҙәрҙең һөйләмдәге урыны.

Минең ғаиләм – 2 сәғәт . Үҙенең ғаиләһе, ғаилә ағзалары, уларҙың эштәре, туғанлыҡ мөнәсәбәте тураһында һөйләшеү. Башҡорт телендә эйәлек ялғауҙарын практик үҙләштереү.

Мин нимә яратам – 2 сәғәт .

Аш-һыу, аҙыҡ-түлек темаһына бәйле һүҙҙәр, уларҙың үҙенсәлектәрен белдереү. Аш-һыу әҙерләгәндәге ҡоралдар. Менән һүҙен практик ҡулланыу.

Минең мәктәбем – 1 сәғәт.

Минең класым – 1сәғ.

Мин мәктәпкә йыйынам – 1сәғ. Мин уҡыусы – 1 сәғ. Мин дәрестә – 2сәғ.

Балаларҙың үҙҙәре уҡыған мәктәп, уның үҙенсәлекле билдәләрен, урынлашыуын, кабинеттарын белеүе. Һүҙҙәрҙең предметты, билдәне, эште белдереүе. Һәм, ә, ләкин теркәүестәрен ҡулланыу. Мәктәп, класс бүлмәләре, дәрестәр, кластағы уҡыусылар, уларҙың эштәре. Темаға ҡараған һүҙҙәрҙе өйрәнеү. Һүҙҙәрҙә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар.

Минең уйынсыҡтарым – 4 сәғәт. Мин уйнарға яратам – 1 сәғ.

Мин уйнарға сығам – 2 сәғ.

Мин уйнарға сыҡтым – 1 сәғ.

Уйынсыҡ исемдәре, билдәләре, уйындар. Башҡорт телендә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар. Минең кескәй дуҫтарым -1сәғ. Мин ял итәм – 1сәғ.

Кейектәр, ҡырағай ҡоштар тур-да мәғлүмәттәр биреү. Кейектәрҙе йорт хайуандары, йорт ҡоштарын ҡырағай ҡоштар менән сағыштырып һөйләү

Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар:

Уҡыу йылы аҙағында 2 класс уҡыусылары түбәндәге белем һәм күнекмәләргә эйә булырға тейеш:

1. Һөйләгәнде йәки уҡығанды аңлай алыу (аудирование) ; уҡытыусының, иптәшенең һөйләгәнен, уҡығанын аңлай алыу; иҫәнләшеү, һаубуллашыу, рәхмәт әйтеү, ғәфү үтенеү, үтенесте белдереү, рөхсәт һорау (телмәр этикеты); текстың йөкмәткеһе, ситуация буйынса һорау биреү.

2. Уҡыған текст буйынса, күҙәтеүҙәр нигеҙендә һөйләй белеү, ситуацияға ярашлы һөйләшеү (говорение): бәләкәй күләмле текстың йөкмәткеһен һөйләү, һүҙлек һүҙҙәрен белеү, уларҙы дөрөҫ ҡулланып һөйләү; диалог төҙөү, төркөмдәрҙә һөйләшеү;

үҙең, ғаилә ағзалары, уларҙың исемдәрен белеү, һөнәр-шөғөлдәре, туғанлыҡ мөнәсәбәте һ.б. тураһында һөйләү;

ваҡиғаға, персонажға үҙ мөнәсәбәтеңде әйтеп биреү;

башҡорт теленән руссаға һәм киреһенсә тәржемә итеү.

3. Уҡыу (чтение): тексты дөрөҫ, шыма, талғын уҡыу (орфоэпик нормалар нигеҙендә); поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡыу ;

уҡыған текстың йөкмәткеһен билдәләй алыу, персонаждарын әйтеү ;

текстан һорауҙарға яуаптар табыу, уҡып күрһәтеү.

4. Яҙыу (письмо): хәрефтәрҙе матур, дөрөҫ, тейешле кимәлдә тоташтырып яҙыу;

ҙур булмаған тексты күсереп яҙыу; шундай уҡ текст буйынса йә картина нигеҙендә 2-3 һорауға яуап яҙыу;

бирелгән ситуация буйынса 2-3 һөйләмдән торған текст яҙыу;

ныҡлы әҙерлектән һуң өйрәтеү характерындағы диктант, изложение, инша яҙыу (программала күрһәтелгән нормалар күләмендә).

Уҡыу- уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштереүен баһалау.

Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була. Уларға түбәндәгеләр инә:

* башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

* тәржемә эштәре; * дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

* һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар. * тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар.

Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалы үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәртесте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала. Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-се класы өсөн башҡорт (дәүләт) теленән тематик план

Источник статьи: http://nsportal.ru/nachalnaya-shkola/raznoe/2020/01/10/programma-po-bashkirskomu-yazyku-dlya-2-klassa

Рабочая программа по башкирскому языку для 2 класса, по учебнику М.С. Давлетшиной «Башҡорт теле»

Международные дистанционные “ШКОЛЬНЫЕ ИНФОКОНКУРСЫ”

для дошкольников и учеников 1–11 классов

Оргвзнос: от 15 руб.

Баш ҡортостан Республикаһы Бөрө районы муниципаль районы Иҫке Бурны урта дөйөм белем биреү

мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учрежденияһы

Иҫке Бурны урта мәктәбенең

Бөрө районы муниципаль районы
Иҫке Бурны бюджет урта дөйөм

белем биреү мәктәбе директоры

201 8 йылдың « 31 » авгус ынан

74-К — һанлы бойороғо

2018-2019 уҡыу йылына

2-се класс өсөн башҡорт теленән

Төҙөнө: Кушегенова Айһылыу Тәлғәт ҡыҙы

2018 йылдың « 25 » авгусынан

1-се һанлы протокол.

2 -с е класы өсөн башҡорт телен (дәүләт теле буларак) өйрәнеү өсөн уҡыу ҡулланмаһы.- 2-се баҫма/М.С.Дәүләтшина, Н.Н. Кинйәбаева, Г.М.Садыҡова.- Өфө: Китап, 2017 й.

Уҡытыу предметының маҡсаттар һәм бурыстар

Башҡорт телен өйрәнеүҙең донъяны танып белеү маҡсаттары

Тел тураһындағы фәндең төп нигеҙҙәре менән таныштырыу.

Уҡыусыларҙың логик фекерләүен үҫтереү.

Башҡорт телен өйрәнеүҙең социомәҙәни маҡсаттары

Уҡыусының дөйөм мәҙәни күрһәткесе булараҡ, уның коммуникатив компетенцияһын, һөйләү һәм яҙма телмәрен үҫтереү.

Уҡыусының шәхесен социалләштереү, граждандар тиңлеген һәм толерантлыҡ тәрбиәләү.

Ҡуйылған маҡсаттарҙы үтәү өсөн бурыстар

Көндәлек тормошта һәм уҡыу эшмәкәрлегендә башҡорт телен аралашыу сараһы булараҡ үҙләштереү, үҙ-ара аралашыу һәм фекер алышыуға һәләтлелекте үҫтереү.

Һүҙлек байлығын арттырыу.

Төп уҡыу белемен һәм универсаль уҡыу эшмәкәрлеген үҙләштереү.

Уҡыусыны һүҙ сәнғәте менән таныштырыу.

Башҡорт һәм башҡа милләт яҙыусыларының әҫәрҙәре аша уҡыусыларҙа Тыуған илгә, ергә, күп милләтле республикаға һөйөү, һоҡланыу, ғорурланыу, ихтирам, үҙ-ара дуҫлыҡ тойғолары тәрбиәләү.

Уҡыу предметының уҡыу планында урыны

Уҡыу планында башҡорт телен уҡытыуға 2-се класта — 35 сәғәткә бүленгән (аҙнаһына 1 сәғәт)

УҠЫУ ПРЕДМЕТЫН ҮҘЛӘШТЕРЕҮҘӘ ПЛАНЛАШТЫРЫЛҒАН ҺӨҘӨМТӘЛӘР

Башҡорт телен башланғыс кластарҙа өйрәнеүҙең шәхси һөҙөмтәләренә түбәндәгеләр инә: донъяны күп телле һәм мәҙәниәтле йәмғиәт булараҡ ҡабул итеү; үҙеңде илдең гражданины итеп тойоу; телде (шул иҫәптән башҡорт телен) төп аралашыу сараһы булараҡ ҡабул итеү; башҡорт теле саралары ярҙамында (балалар фольклоры, балалар әҙәбиәтенең ҡайһы бер үрнәктәре) уҡыусының башҡорт халҡының тормошо менән танышыуы.

Уҡыу йылы аҙағында был класты тамамлаусылар түбәндәге белем һәм күнекмәләргә эйә булырға тейеш:

һөйләгәнде, уҡығанды аңлау, йөкмәтке буйынса һорауҙар бирә һәм шул һорауҙарға яуап бирә белеү;

төрлө ситуациялар, темалар буйынса һөйләшә белеү;

прозаик текстарҙы дөрөҫ, шыма, аңлы уҡыу;

уҡылған тексты өлөштәргә бүлеү, исем биреү, элементар план төҙөү һәм уны яҙа белеү;

текстан аңлащылмаған һүҙҙәрҙе табыу, һүҙлектәрҙән файҙаланыу ;

Башҡортостан тураһында мәғлүмәттәргә эйә булыу;

башҡорт халҡының йолалары, мәҡәлдәре, йомаҡтарын белеү;

хәрефтәрҙе һәм һүҙҙәрҙе дөрөҫ, матур яҙа белеү;

1. Һөйләгәнде йәки уҡығанды аңлай алыу (аудирование): уҡытыусының, иптәшенең һөйләгәнен, уҡығанын аңлай алыу; иҫәнләшеү, һаубуллашыу, рәхмәт әйтеү, ғәфү үтенеү, үтенесте белдереү, рөхсәт һорау (телмәр этикеты); текстың йөкмәткеһе, ситуация буйынса һорау биреү .

2. Уҡыған текст буйынса, күҙәтеүҙәр нигеҙендә һөйләй белеү, ситуацияға ярашлы һөйләшеү (говорение): бәләкәй күләмле текстың йөкмәткеһен һөйләү; һүҙлек һүҙҙәрен белеү, уларҙы дөрөҫ ҡулланып һөйләү; диалог төҙөү, төркөмдәрҙә һөйләшеү; үҙең, ғаилә ағзалары, уларҙың исемдәрен белеү, һөнәр-шөғөлдәре, туғанлыҡ мөнәсәбәте һ.б. тураһында һөйләү; ваҡиғаға, персонажға үҙ мөнәсәбәтеңде әйтеп биреү; башҡорт теленән руссаға һәм киреһенсә тәржемә итеү.

3. Уҡыу (чтение): тексты дөрөҫ, шыма, талғын уҡыу (орфоэпик нормалар нигеҙендә); поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡыу; уҡыған текстың йөкмәткеһен билдәләй алыу, персонаждарын әйтеү; текстан һорауҙарға яуаптар табыу, уҡып күрһәтеү.

4. Яҙыу (письмо): хәрефтәрҙе матур, дөрөҫ, тейешле кимәлдә тоташтырып яҙыу ; ҙур булмаған тексты күсереп яҙыу; шундай уҡ текст буйынса йә картина нигеҙендә һорауҙарға яуап яҙыу; бирелгән ситуация буйынса ике-өс һөйләмдән торған текст яҙыу; ныҡлы әҙерлектән һуң өйрәтеү характерындағы диктант, изложение, инша яҙыу (программала күрһәтелгән нормалар күләмендә).

3. УҠЫТЫУ ПРЕДМЕТЫНЫҢ ТӨП ЙӨКМӘТКЕҺЕ

Һин кем? Һе ҙ кем? Һинең исемең кем(нисек)? Һин ҡ ай ҙ а йәшәйһең? Һиңә нисә йәш? Һорау ҙ арына яуап биреү. Баш ҡ орт теленең ү ҙ енсәлекле өндәрен (ә, һ, ң, ҙ , ү) ү ҙ ләштереү; темаға ҡ араған баш ҡ орт һү ҙҙ әрен дөрө ҫ әйтеү күнекмәләрен камиллаштырыу.

Кешенең организмы, тән өлөштәре атамаларын ү ҙ ләштереү, тәнде та ҙ а тотоу, һаулы ҡ ты һа ҡ лау. Баш ҡ орт теленең ү ҙ енсәлекле өндәрен ( ҡ ) ү ҙ ләштереү. Минең, һ инең, уның алмаштарының мәғәнәләренә төшөнөү, улар ҙ ы ҡ улланып ( ауырта-ауыртмай) һөйләмдәр тө ҙ өү.

Минең ғаиләм – 2 сәғәт.

Ү ҙ енең ғаиләһе, ғаилә ағзалары, улар ҙ ың эштәре, туғанлы ҡ мөнәсәбәте тураһында һөйләшеү. Баш ҡ орт телендә эйәлек ялғау ҙ арын практик ү ҙ ләштереү. Баш ҡ орт теленең ү ҙ енсәлекле өндәрен ( ғ, ө ) ү ҙ ләштереү. Нимә эшләй? һорауына яуап биреү.

4. Мин нимә яратам? – 1 сәғәт.

Ү ҙ ең, ү ҙ еңдең ғаилә ағзалары, улар ҙ ың эштәре, тураһында һөйләшеү. Баш ҡ орт милли аштары тураһында һөйләшеү. Аш-һыу прибор ҙ ары һү ҙҙ әрен ҡ улланып ( нимә менән?) һөйләмдәр тө ҙ өү. Баш ҡ орт теленең ү ҙ енсәлекле өндәрен ( ҫ ) ү ҙ ләштереү.

5. Минең мәктәбем– 1 сәғәт.

Балалар ҙ ың ү ҙҙ әре у ҡ ыған мәктәп, уның ү ҙ енсәлекле билдәләрен, урынлашыуын, кабинеттарын белеүе. Һү ҙҙ әр ҙ ең предметты, билдәне, эште белдереүе. Ниндәй? һ орауына яуап биреү . Һөйләмдә һү ҙҙ әр тәртибе. Диалог тө ҙ өргә өйрәнеү.

6. Минең класым – 1 сәғәт.

Мәктәп, класс бүлмәләре, дәрестәр, кластағы у ҡ ыусылар, улар ҙ ың эштәре. Темаға ҡ араған һү ҙҙ әр ҙ е өйрәнеү. Өндәү һәм һорау һөйләмдәр. Ниндәй? һ орауына яуап биреү .

7. Мин мәктәпкә йыйынам – 1 сәғәт.

Мәктәп, класс бүлмәләре, дәрестәр, кластағы у ҡ ыусылар. Улар ҙ ың эштәре. Һөйләмдәр тө ҙ өү, у ҡ ыу, һөйләү.

Мин у ҡ ыусы – 1 сәғәт. Диалог.

Мин мәктәпкә йыйынам. Кроссворд. Нисек? һорауына яуап биреү.

Мин дәрестә- 1 сәғәт.

Текст. Минең ду ҫ ым. Һүрәтле текст. Артур мәктәпкә бара. Ҡ ай ҙ а? һорауына яуап биреү. Эргәһендә-в (предлог), внутри мәғәнәһен ү ҙ ләштереү. Ҡ ай ҙ а? Ө ҫ төндә-на(педлог), а ҫ тында-под (предлог) мәғәнәләрен ү ҙ ләштереү.

10. Мин дәрестән сы ҡ тым– 1 сәғәт. С южетлы һүрәттәр. Түңәрәктәр. Бе ҙ түңәрәккә йөрөйбө ҙ . Тәнәфестә. Алинаның көн тәртибе. Нимә эшләйем? һорауына яуап биреү. План буйынса һорау ҙ арға яуап биреү, һөйләү. Баш ҡ орт теленең специфик өндәренең әйтелешен һәм я ҙ ылышын өйрәтеү.

11. Минең уйынсы ҡ тарым – 3 сәғәт.

Уйынсы ҡ тар магазины. Сюжетлы һүрәттәр. Ти ҙҙ ән Яңы йыл етә. Тәртип ҡ ағи ҙ әләре. Нимә? Нимәләр? Ниндәй? һорау ҙ арына яуап биреү. Бәйләнешле текст, диалог тө ҙ өү. Нимә эшләйбе ҙ ? Нимә эшләмәйбе ҙ ? һорау ҙ арына яуап биреү. Текстың йөмәткеһә ө ҫ төндә эш. Нимә эшләмә? һорауына яуап биреү. Һорау ҙ арға таянып бәйләнешле текст тө ҙ өү.

12. Мин уйнарға яратам – 1 сәғәт.

Сюжетлы һүрәттәр. Ҡ ыш ҡ ы уйындар. Бе ҙҙ ең катокта. Нимә эшләйбе ҙ ? һорауына яуап биреү. Текстың йөмәткеһе ө ҫ төндә эш. Бәйләнешле текст, диалог тө ҙ өү.

13. Мин уйнарға сығам – 2 сәғәт.

Һүрәтле текст. Миңә нимә кәрәк? һорауына яуап биреү. Кәрәк, кәрәкмәй һү ҙҙ әрен ү ҙ ләштереү.

14. Мин уйнарға сы ҡ тым – 2 сәғәт. Картина. Баш ҡ орт өндәрен һәм хәрефтәрен дөрө ҫ у ҡ ыу, я ҙ ыу. Нисәнсе? һорауына яуап биреү. Картинаны тасуирлау.

15. Минең кескәй ду ҫ тарым – 2 сәғәт. С южетлы һүрәттәр. Халы ҡ ижады. Текст. Тест һорау ҙ ары. Был нимә? Ниндәй? һорау ҙ арына яуап биреү. План буйынса һорау ҙ арға яуап биреү, бәйләнешле текст тө ҙ өү.

16. Мин ял итәм — 4 сәғәт.

С южетлы һүрәттәр. Хайуандар тураһында әкиәттәр. Ҡ ай ҙ а? Ҡ ай ҙ ан? Ҡ асан? һорау ҙ арына яуап биреү. План буйынса һорау ҙ арға яуап биреү, бәйләнешле текст тө ҙ өү. Был нимә?Нимәгә? һорау ҙ арына яуап биреү. Һорау ҙ арға таянып бәйләнешле текст тө ҙ өү.

Источник статьи: http://infourok.ru/rabochaya-programma-po-bashkirskomu-yazyku-dlya-2-klassa-4303114.html


0 0 голоса
Article Rating
Подписаться
Уведомить о
guest

0 Комментарий
Старые
Новые Популярные
Межтекстовые Отзывы
Посмотреть все комментарии